1 литр кефирҙы 1 стакан манный менән кистән үк бутап ҡуябыҙ, иртән бер бәләкәй ҡап ҡоро сүпрә, 5 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 йомортҡа, самалап шәкәр, тоҙ, он һалып ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр туғыйбыҙ. Артабан 250 грамм ҡайнар һөт, йәки ҡайнар һыу өҫтәп, йәнә тиҙ генә болғатып алабыҙ ҙа, йәһәт кенә итеп ҡоймаҡтарҙы ҡоя ла башлайбыҙ.
Тел йоторлоҡ булды. Һеҙҙеке лә тәмле булһын!
Автор фотоһы.