Ҡамыры:
0.5 ст. һөт
1 ҡап аҡмай (180гр.)
2 аш ҡалағы шәкәр
тоҙ самалап
1 ҡап ҡамыр көпшәкләндергес (10гр)
кәрәгенсә он
Эслеге:
бүрттергэн дөгө
йөҙөм
ҡара емеш
күрәгә
ҡабаҡ
аҡмай
Ҡамырҙы йәйеп майланған табаға һалырға,. Артабан йоҡа ғына итеп бүрттерелгән дөгө, емештәрҙе, ҡабаҡ киҫәктәрен һалырға, аҡмай өҫтәргә. Эслекте ике - өс ҡат итәбеҙ. Бәлештең яһап бөткәс, бер сәғәт самаһы мейестә бешереп алырға. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан болғап ебәрергә, кәрәк тапһағыҙ тағы ла аҡмай өҫтәп ебәрергә була.
Тәмле булһын!
Автор фотоһы.