Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
17 Ноябрь 2024, 01:35

БАЛАН БӘЛЕШЕ

Ҡамыр өсөн :

БАЛАН БӘЛЕШЕБАЛАН БӘЛЕШЕ
БАЛАН БӘЛЕШЕ

Ҡамыр өсөн :
Ярты стакан эретелгән аҡмайҙы
бер стакан он менән бутайбыҙ
1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо
ярты балғалаҡ тоҙ
1 ҡалаҡ ҡаймаҡ
200 гр кефир (минеке ойоған һөт),
1 балғалаҡ ҡоро сүпрә (күпертеп алам әҙ генә шәкәр, һыу һалып )
он һалып ҡамыр баҫырға.

Эслек:
2 стакан баланды ярты стакан һыуға һалып, шәкәр ҡомо, он һалып ҡуйырғансы бешерҙем. Күҙ самаһы менән эшләнем (1 стакандан артыҡ шәкәр, 3 аш ҡалағы он булғандыр)

Сэйегеҙ тәмле булһын! 

https://vk.com/beauty_blog19

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас