Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
24 Ноябрь 2024, 00:26

Сөгөлдөр кеүәҫе эшләп эсәйек

Ул юғары ҡан баҫымын төшөрә, бауырҙы,ҡан тамырҙарын, организмды шлактан таҙарта.

Сөгөлдөр кеүәҫе эшләп эсәйекСөгөлдөр кеүәҫе эшләп эсәйек
Сөгөлдөр кеүәҫе эшләп эсәйек

Бының өсөн 500 гр сөгөлдөр, 3 литр һыу, 50 гр ҡара икмәк, 10 гр сөпрә, 100 гр шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.

Сөгөлдөрҙө йоҡа телемләп турайбыҙ ҙа һыуға һалып бешерәбеҙ. Һыу сөгөлдөрҙө ҡапларлыҡ ҡына булһын. Бешеп сыҡҡас, сөгөлдөрҙө һөҙөп алабыҙ. Һурпа өҫтөнә ҡалған һыуҙы ағыҙабыҙ. Әлеге һыу ҡайнап сыҡҡан һәм йылымыс булырға тейеш. Уға ҡара икмәк, шәкәр, сөпрә һалабыҙ һәм бер-ике көн ҡараңғы урында тотабыҙ. Һуңынан квасты һөҙәбеҙ, һыуытҡыста тотабыҙ.

2-се ысул:

- 1 эре сөгөлдөр,
- 2 л һыу (ҡайнап һыуытылған йә иһә таҙартылған),
- 4ҡалаҡ шәкәр,
- 1 телем ҡатҡан арыш икмәге.

Йыуып таҙартылған сөгөлдөрҙө ваҡлап турап өс литрлы банкаға һалырға, һыу һалырға, икмәк, шәкәр өҫтәргә. Марля менән ҡаплап өс тәүлек ҡараңғы урында тоторға. Һөҙөп һыуытҡыста һаҡларға.

Ашар алдынан 30 минут ҡалғас көнөнә 3 тапҡыр икешәр аш ҡалағы эсергә.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас