Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
16 Декабрь 2024, 10:35

Ярым-ярты йәшәгәндә...

Түшәк уртаҡ булмағанда,Күҫәк күтәреләлер.Уйҙар уртаҡлығы юҡтаТормош түңкәреләлер.

Ярым-ярты йәшәгәндә...Ярым-ярты йәшәгәндә...
Ярым-ярты йәшәгәндә...

Түшәк уртаҡ булмағанда,
Күҫәк күтәреләлер.
Уйҙар уртаҡлығы юҡта
Тормош түңкәреләлер.

Ҡосаҡ ҡайнар булмағанда,
Усаҡ та һүреләлер.
Һин булмаған бүтән ер ҙә
Яҡшыраҡ күренәлер.

Табын түңәрәк булмаһа,
Ҡабымдарҙың таты юҡ.
Ярым-ярты йәшәгәндә
Донъяларҙың ҡото юҡ.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас