Яңы йыл байрамына алған ананасығыҙ ашалмай ҡалған булһа, уның япраҡлы өлөшөн ташларға ашыҡмағыҙ. Был үҙенсәлекле емеште үҙебеҙҙә лә үҫтереп булғанды белә инегеҙме икән? Түбәндәге кәңәштәрҙе ҡулланып, уны тәҙрә төбөнә гөл булараҡ ултыртып ҡарайыҡ әле.
Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, сит тарафтан килгән «ҡунаҡ»ты өй шарттарында үҫтереү әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай.
«Ананас ултыртып ҡарағығыҙ килһә, уны кибеттән алғанда уҡ дөрөҫ һайларға кәрәк. Иң мөһиме - ул өлгөргән булырға тейеш. Әгәр еҫе аңҡып торһа, тимәк, һис икеләнеүһеҙ алырға мөмкин. Һарғылт төҫтәге емештең тышында төрлө таптары, йәнселгән, тотоп ҡарағанда, йомшаҡ урындары булмаһын. Япраҡтары йәшел, остары бер ни тиклем ҡорой башлағаны ла ярай.
Ананастың япраҡ өлөшөн төбөнән 1-2 сантиметр итеп киҫеп алып, бысаҡ менән ипләп кенә таҙартып, бер тәүлеккә кибергә элеп ҡуйырға кәрәк. Уны яҡшылап киптергәс, һыуға ултыртырға мөмкин. 1-2 аҙнанан тамыр ебәрә башларға тейеш. Тамыры 5-8 сантиметр үҫкәс, һыулы һауыттан алып, 2-3 сәғәткә салфеткаға төрөгөҙ. Был уның һыуы һеңеп, бер ни тиклем кибер өсөн эшләнә. Үҫентене диаметры 12-15 сантиметр булған, төбө тишек һауытҡа ултыртырға ҡала. Уның төбөнә керамзит һалып ҡалдырыу мотлаҡ. Экзотик емеште кибеттәрҙә һатылған пальмаларға, кактустарға тәғәйенләнгән махсус тупраҡҡа япраҡ өлөшөнә тиклем күмеп ултыртырға кәрәк. Үҫенте тамыр ебәргәс, япраҡтар сығара башлай, ә бығаса булғандары һарғайып, ҡойолоп төшә.
Ананас үҫкән бүлмәлә температура 18-25 градус килеш һаҡланырға тейеш. Уға дымлы һауа килешә, тик үҙенә һыу бөрккәнде яратмай.
Тирә-яғына һауыт менән һыу ҡуйырға мөмкин. Йәй көнө аҙнаға ике-өс, ҡыш көнө бер мәртәбә һыу һибеү етә. Уны иң яҡты урында үҫтерергә кәрәк. Йәй көндәрендә балконға, урамға сығарырға була. 1,5-2 йылдан, дөрөҫ итеп тәрбиәләһәгеҙ, сәскә атып, емеш бирәсәк», - ти белгестәр.
Фото асыҡ сығанаҡтан.