Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
27 Ғинуар 2025, 10:24

Психолог ошолай булырға тейеш.

Һеҙҙең дә бик күп нәмәләрегеҙ юҡ. Исемлекте артабан да дауам итәйемме.

Миңә бер психолог бик оҡшаны. Күңелһеҙ ҡиәфәттә нимәһе юҡлығын һанап йөрөгән бер ханымға ярайһы уҡ позитив нәмә әйтте.

"Ысын дуҫтарым юҡ. Яҡшы эш хаҡы юҡ. Машина яҡшы түгел. Лайыҡлы фатир юҡ. Йәшлегем үтте. Һәм быларҙың барыһын да ҡасан да булһа ҡайтарырға өмөт юҡ", ти ине ханым.

Һаҡаллы психолог, күҙлеген йүнәтеп, йомшаҡ ҡына яуап бирҙе: "Бик күп нәмәләрегеҙ юҡ. Исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин. Дауалап булмаҫлыҡ ҡаты сирегеҙ юҡ. Миллионлы бурыстарығыҙ юҡ. Ауырыу туғанығыҙ йәки бала хәленә төшкән ҡарт-ҡоро өсөн яуаплылығыҙ юҡ. Инвалидлылығыҙ юҡ. Күп нәмәләр һеҙҙә юҡ. Әгәр ҙә шуларҙың һәр береһен һанап сыҡһағыҙ, кәйефегеҙ мотлаҡ яҡшырасаҡ. Ул әйберҙәр юҡ һәм булмаясаҡ та тигән өмөтөгөҙ бар".

Ханым уйға ҡалды, аңында иҫәпләп, йылмайҙы.

Шуға күрә беҙҙең күп нәмәбеҙ юҡ. Кәрәкмәй ҙә. Ә ҡалғанын эшләп табырға, яҡшыртырға, бүләккә алырға була. Иң мөһиме - иҫән-һау булыу. Яҡындарыбыҙҙың сәләмәт булыуы.

Психолог ошолай булырға тейеш.
Психолог ошолай булырға тейеш.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас