Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
29 Ғинуар 2025, 01:55

10 кәңәш

Бына улар: 

10 кәңәш10 кәңәш
10 кәңәш

1. Дөрөҫ туҡланыу. Омега-3 май кислоталары булған ризыҡтар: балыҡ, сәтләүек, көнбағыш ашарға тырышығыҙ. Әлеге антиоксидант баш мейеһе күҙәнәктәрен ваҡытынан алда ҡартайыуҙан һаҡлай. Һөт ризыҡтары организмды фосфор һәм кальций менән байыта. Калий, магнийға бай еләк-емеш, өрөк, күрәгә лә файҙалы.

2. Сәләмәт йәшәү. Насар ғәҙәттәр: спиртлы эсемлектәрҙе самаһыҙ белмәй ҡулланыу һәм тәмәке тартыу хәтерҙе насарайта.

3. Хәрәкәт. Саф һауала күберәк булығыҙ, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.

4. Тейешенсә йоҡлау. Йоҡлаған ваҡытта кешенең нерв системаһы тыныс була. Йоҡо туймағанда кеше тиҙ онотоусан әйләнә, кеше көнөнә 7-8 сәғәт йоҡларға тейеш.

5. Хәтерҙе яҡшырта торған күнегеүҙәрҙең лә файҙаһы бар. Мәҫәлән, ҡағыҙға өтөр аша мәғәнәләре буйынса бер-береһенә яҡын булмаған текст теҙмәһе яҙаһың. Төп маҡсат – был һүҙҙәрҙе отоп ҡалып, ҡысҡырып ҡабатларға кәрәк. Һүҙҙәрҙең һанын яйлап арттыраһың.

6. Китап уҡыу хәтерҙе яҡшырта. 14 йәшкә тиклем балаларға ҡысҡырып уҡырға кәңәш ителә, ә оло кешегә китапты уҡығанда ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был хәтерҙе яҡшыртырға булыша.

7. Уйын ҡоралдарында уйнау файҙалы.

8. Ғәҙәттәрҙе үҙгәртеү. Урыны-урыны менән уң ҡул менән эшләргә күнеккән ғәмәлдәрҙе һул ҡул менән эшләп ҡарағыҙ. Сәс тарағанда, теш таҙартҡанда ҡулдарҙы алыштырып эшләгеҙ.

9. Төрлө башватҡыстар, судоку, кроссворд, шашка, шахмат, домино уйындары хәтерҙе нығытырға ярҙам итә.

10. Күберәк кеше араһында булығыҙ, яңғыҙ ҡалып, үҙ эсегеҙгә бикләнмәгеҙ.

https://vk.com/shahrikazanda

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас