Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
6 Февраль 2025, 01:10

Сирләйем. Нимә эсәйем?

Һалҡын тейеү, вируслы ауырыуҙарҙың беренсе билдәләре һиҙелә башлау менән файҙалы йылы эсемлектәр ҡулланырға кәрәк. Уларҙың ҡайһылары иң һөҙөмтәлеме? 

Сирләйем. Нимә эсәйем?Сирләйем. Нимә эсәйем?
Сирләйем. Нимә эсәйем?

Һалҡын тейеү, вируслы ауырыуҙарҙың беренсе билдәләре һиҙелә башлау менән файҙалы йылы эсемлектәр ҡулланырға кәрәк. Уларҙың ҡайһылары иң һөҙөмтәлеме? 

Аҡ май һәм бал ҡушылған йылы һөт. Был эсемлек һауығыуҙы тиҙләтә, бигерәк тә тамаҡ ауыртыуҙан һәм йүтәлдән файҙалы. Һөттө кәстрүлдә 60 градусҡа тиклем йылытығыҙ, уға бер ни тиклем иретелгән аҡ май, бал ҡушығыҙ. Мәтрүшкә, йүкә сәскәһе, ромашка төнәтмәләрен дә бер ни тиклем ҡушырға була. Йылы килеш эсегеҙ.

Мүк еләге менән имбирҙан морс яһап эсһәгеҙ, иммунитетығыҙға ҙур ярҙам. Шәкәр урынына бал ҡушһағыҙ, тағы ла файҙалыраҡ.

Лимонлы коктейль. Халыҡ медицинаһына ышаныусылар был эсемлек һалҡын тейеүҙе 1-2 көндә юҡ итә, ти. Уны ошолай әҙерләйҙәр. 1,5 литр ҡайнатылған йылы һуға бер лимон һуты, 1 грамм аскорбин кислотаһы һәм ике ҡалаҡ тоҙ һалырға кәрәк. Яҡшылап бутарға. Көнөнә бер стакан эсергә. Биш көн ҡулланырға була.

Эҫе сәйгә лимон, имбир, бал ҡушып эсһәгеҙ лә бик яҡшы.

Ә һеҙ ниндәй эсемлектәр ҡулланаһыҙ? Бәлки, һеҙ генә таныш рецепттар барҙыр? Иҫән-һау булығыҙ!

Автор:Ләйсән Якупова.

https://kiziltan.ru/.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас