Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
23 Февраль 2025, 11:09

Ошоларҙы белә инегеҙме?

Сәләмәтлек хаҡында ябай ғына, ләкин бик ҡиммәтле кәңәштәр 

💚 Артроз һәм аяктарҙы көҙән йыйырыу кейеҙ итектән (быйманан) ҡурҡа. Эсенә борсаҡ һалып та йөрөһәң, тағы ла шәп!
💚 Йоҡоң насар булһа, башың ауыртһа, ике киҫәк кәбеҫтә аша. Ир-атҡа олоғайған һайын һуғанды күберәк ашарға кәрәк.
💚 Тымау тейһә, йүткереү башланһа, баш
ауыртһа, һуған менән бал аша.
💚 Туҡланғандан һуң бер киҫәк сыр сәйнәп ҡуй – тештәрең сәләмәт булыр.
💚 Аяғыңда бәшмәк ауырыуы булһа, үлән өҫтөндә (ысыҡта) ялан аяҡ йөрө.
💚 Алма аша – ул холестеринды ҡыуа.
💚 Кишер һабағын сәй итеп эс – геморройҙан ҡотолорһоң.
💚 Йүткерһәң, ҡайын һыуы менән һөт ҡатнашмаһын эс.
💚 Һынған урындар тиҙерәк төҙәлһен, тиһәң, йомортҡа ҡабығын онтап (он итеп ваҡлап, ашаған ризыҡтарыңа ҡуш) аша.Аяҡ табанын лимон менән ышҡы – эсеңә ауырыу кермәҫ.

Ошоларҙы белә инегеҙме?
Ошоларҙы белә инегеҙме?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас