Алма менән лимондан джем
Кәрәк буласаҡ:
Алма - 2,5 кг
Шәкәр - 2 кг
Лимон - 1/2
Әҙерләү:
Алмаларҙы 4 өлөшкә ҡырҡып, уртаһын алып ташлайбыҙ. Үлсәп ҡарайбыҙ. Алманы эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ йәки турайбыҙ. Уға шәкәр, лимон турап өҫтәйбеҙ, ҡайнатабыҙ, һуңынан утты кәметәбеҙ, әкрен утта әҙер булғансы бер сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Алма йомшарһа, лимон тышын блендер аша уткәреп, джемға өстәгеҙ.
Әҙерәк һыуығанын көтөп, өҫтәлгә ултыртырға мөмкин.
Автор фотоһы.