Кәрәк буласаҡ:
400г ҡабаҡ
200г ҡаймаҡ 10-20% (сливки)
200г һуған
120г он
100г сыр
4 йомортҡа
1 бал ҡалаҡ орегано (теләк буйынса)
тоҙ
борос
2 аш ҡалаҡ көнбағыш майы + 2 аш ҡалаҡ аҡ май (ҡыҙҙырыу өсөн)
Әҙерләү:
Һуғанды таҙартып, нәҙек ҡулсалар(полукольцами) менән турарға. Табала көнбағыш һәм аҡ майҙы иретергә.
Һуған һалып, яҡшы болғарға, ҡапҡас аҫтында бәләкәй утта 15-20 минут ҡыҙҙырырға. Бер аҙ тоҙлап, боросларға. Бәләкәй утта бешергәс һуған бик йомшаҡ, хуш еҫле, нескә булырға тейеш.Ҡабаҡтарҙы 23 мм ҡалынлыҡтағы нәҙек ҡулсалар(кольцами) менән турарға. Ныҡ нәҙек итеп турарға кәрәкмәй, сөнки улар пирогта кәрәкмәгән шыйыҡса бирә ала. Әммә, киреһенсә, ныҡ эре итептә кәрәкмәй, сөнки улар артыҡ һығылмалы булып ҡаласаҡ. Сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрергә. Ҡабаҡ, һуған һәм орегано өҫтәргә. Һәйбәт итеп болғарға, һыуған менән ҡабаҡ ҡамыр менән ҡапланһын. Ҡамырҙы майланған табаға һалырға.Өҫтөнән сыр һибергә . 180 градусҡа тиклем йылытылған духовкаға ҡуйырға. Яҡынса 40-60 минут бешерергә. Бәлеш бешереү барышында бәлеш яҡшы күтәрелә һәм түбәнәйә, был бындай бешереү өсөн бөтөнләй нормаль. Бәлеште эҫе көйөнсә ашаһағыҙ бик тәмле була.
Автор фотоһы.