Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
16 Март 2025, 08:00

Хәтер яҡшы булһын өсөн

Кәңәштәр ошонда: 

Хәтер яҡшы булһын өсөнХәтер яҡшы булһын өсөн
Хәтер яҡшы булһын өсөн

Йәше барған һайын хәтер насарайыуына зарланған кешеләр һаны арта. Белгестәр ул яҡшы булһын өсөн йәшәү рәүешенә иғтибарлы булырға кәңәш итә.

  1. Дөрөҫ туҡланыу. Омега-3 май кислотаһы булған ризыҡтар: балыҡ, сәтләүек, көнбағыш ашарға тырышығыҙ. Әлеге антиоксидант баш мейеһе күҙәнәктәрен ваҡытынан алда ҡартайыуҙан һаҡлай. Һөт ризыҡтары организмды фосфор һәм кальций менән байыта. Калий, магнийға бай еләк-емеш, өрөк, күрәгә лә файҙалы.
  2. Сәләмәт йәшәү. Насар ғәҙәттәр: спиртлы эсемлектәрҙе сама белмәй ҡулланыу һәм тәмәке тартыу хәтерҙе насарайта.
  3. Хәрәкәт. Саф һауала йышыраҡ булығыҙ. «Хәрәкәттә - бәрәкәт», тигән һүҙҙәрҙе хәтерҙән сығармағыҙ.
  4. Тейешенсә йоҡлау. Йоҡо ваҡытында кешенең нерв системаһы тыныс була. Ул туймағанда кеше тиҙ онотоусан әйләнә, шуға күрә организм 7-8 сәғәттән кәм йоҡларға тейеш түгел.
  5. Хәтерҙе яҡшырта торған күнегеүҙәрҙең лә файҙаһы бар. Мәҫәлән, өтөр аша ҡағыҙ битенә мәғәнәһе буйынса бер-береһенә яҡын булмаған текст теҙмәһе яҙырға мөмкин. Төп маҡсат - был һүҙҙәрҙе отоп алып, ҡысҡырып ҡабатларға кәрәк. Һүҙҙәрҙең һаны яйлап арта барһын.
  6. Китап уҡыу. Гәзит-журнал, китап уҡыу хәтерҙе яҡшырта. 14 йәшкә тиклем балаларға ҡысҡырып уҡырға кәңәш ителә, ә оло кешегә китапты уҡығанда ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был алым да хәтерҙе яҡшыртырға булышлыҡ итә.
  7. Уйын ҡоралдарында уйнау. Был шөғөлдөң дә сәләмәтлек өсөн файҙаһы бар.
  8. Ғәҙәттәрҙе үҙгәртеү. Ваҡыт-ваҡыт уң ҡул менән эшләргә күнеккән ғәмәлдәрҙе һул ҡулға күсерегеҙ. Мәҫәлән, сәс тарағанда йә теш таҙартҡанда ҡулдарҙы алыштырып эшләгеҙ.
  9. Башватҡыстар сисеү. Судоку, кроссворд, сканворд кеүек башватҡыстар сисеү, шулай уҡ шашка, шахмат, домино уйындары хәтерҙе нығытырға ярҙам итә.
  10. Аралашыу. Күберәк кеше араһында булығыҙ. Күңелгә яҡын кешеләр менән ихлас аралашыуҙың һаулыҡҡа ыңғай йоғонтоһо бар.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас