Уның өсөн тулыһынса түтәлде ҡаҙып әҙерләргә кәрәк. Ерҙе ҡаҙығандан һуң иң аҫҡа һалам, ағас ботаҡтары һәм башҡа төрлө төрлө органик матдәләр тиҙерәк сереһен өсөн бер устай аммиак селитраһы һибегеҙ. Орлоҡ һала торған соҡорға суперфосфат, үҫенте япрағы һынмаһын өсөн калий, мочевина ашламаһы бик ярап бара. Ашламаны тупраҡҡа индергәндә 5 сантиметр тупраҡ аҫтында ҡалдырырға кәрәклеген онотмағыҙ.