Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
26 Март 2025, 07:00

Һәр ҡушҡан эште эшләмә...

Әбйәлил районының Байым ауылында алсаҡ, йор телле Әнүәрә инәй Хәйбуллина йәшәй торғайны. Унан ишеткән әйтемдәр:

Һәр ҡушҡан эште эшләмә...Һәр ҡушҡан эште эшләмә...
Һәр ҡушҡан эште эшләмә...

Әбйәлил районының Байым ауылында алсаҡ, йор телле Әнүәрә инәй Хәйбуллина йәшәй торғайны. Унан ишеткән әйтемдәр:

-Урамдағы һәр тауышҡа ҡолаҡ һалма- алтын алҡа таҡмаҫтар.
-Ҡыйыш ҡыйыҡ өй йәмһеҙләй- яман һүҙ тел йәмһеҙләй.
-Күмәк ҡунаҡ- тамаша, икәүҙеке- сер табыны.
-Егәрлемен, тип, һәр ҡушҡан эште эшләмә- һапһыҙ ҡара балтаға әйләнерһең, кәрең кәмер, ҡәҙерең китер.
-Һаҡау, һуҡыр, һаңғырауҙы кәмһетмә: һаҡау- ике телле,һуҡырҙа өс күҙ,һаңғырауҙа- һаҡ ҡолаҡ.
-Кәкере мөрйә төтөн еҫкәтә, ялҡаулыҡ- өҙлөкһөҙ иҫнәтә.

 https://vk.com/beauty_blog19 алынды.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас