Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
4 Апрель 2025, 04:20

Гортензия үҫтерергә теләйһегеҙме?

Кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Гортензия үҫтерергә теләйһегеҙме?Гортензия үҫтерергә теләйһегеҙме?
Гортензия үҫтерергә теләйһегеҙме?

Йоҙроҡ ҡәҙәре эре сәскәләр менән баҡсаның йәмләгән ҡыуаҡ үҫтерергә теләһәгеҙ, уны ултыртырға бер бер аҙ күләгәлерәк урын һайлағыҙ. Көн дауамында ҡояш эҫеһендә ул әлһерәп тик ултырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡтан мәхрүм булһа ла, сәскәләрен көтмәгеҙ. Гортензия  - ҙур булып үҫә торған ҡыуаҡ, бер нисәүһен йәнәшә ултыртырға уйлаһағыҙ, араһында метр ярым урын ҡалдырығыҙ. Тағы ла ул әсе тупраҡты, мул итеп һыу һипкәнде ярата.

Ҡыуағығыҙ гөл-сәскәгә күмелеп ултырһын тиһәгеҙ, әле - ҡыуаҡ ботаҡтарын ҡыҫҡарта торған осор. Былтыр атҡан сәскә шәпкәһенән ике бөрө ҡалдырып, ботаҡты киҫеп ташларға. Яңы ултыртҡан булһағыҙ, бөрөләре уянмаҫ борон уларҙы ҡыҫҡартығыҙ. Шул ваҡытта ҡыуаҡ та ҡуйы булып үҫә, сәскәләре лә мул була.

Гортензия үҫтерергә теләйһегеҙме?
Гортензия үҫтерергә теләйһегеҙме?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас