Был хуш еҫле тәмләткес бета-каротин, В төркөмө, С, Е витаминдарына, эфир майҙарына бай. Киптерелгән ҡәнәфер күп ауырыуҙан ярҙам итә, тип хәбәр итә
"Башҡортостан" гәзите.
Ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәре булғанда, көн һайын ҡәнәфер сәйнәгеҙ. Был кәңәште тотҡандар стоматит, пародонтоз, ҡаҙналыҡ елкенһенеү тураһында онотасаҡ. Ҡәнәфер — ауыҙ ҡыуышлығын сафландырыусы тәбиғи сара. Уның эфир майҙары ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрә. Тамаҡ ауырта башлағанда ла сәйнәргә була.
Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ябығыуға булыша. Бының өсөн ашарға 15 минут ҡалғас ике ҡәнәферҙе бер сәй ҡалағы бал менән сәйнәгеҙ.
Ҡәнәфер колит, метеоризмды, гастритты ла дауалай.
Ҡәнәфер составында яман шеш күҙәнәктәре үҫешен тотҡарлаған, яңылары барлыҡҡа килеүҙән һаҡлаған эвгенол матдәһе бар.
Ҡан баҫымы төшһә, ашыҡмайынса ғына 2 ҡәнәфер алып сәйнәргә кәрәк. Тәьҫире ҡәһүәнекенән кәм түгел. Баш ауыртыуы бөтөр, хәл инер.
Ашҡаҙан һәм эсәк йәрәхәте, ҡан баҫымы булһа, ҡәнәфер менән дауаланырға ярамай!
Барыһы хаҡында ла иң тәүҙә табип менән кәңәшләшеү мөһим.