Тимьян. Был тәмләткес үләнде иммун системаһындағы иң төп железаның эшмәкәрлеген көсәйтеп ебәреү өсөн файҙаланалар. Иммунитетты күтәреү өсөн тимьянды эхинацея япрағы менән ҡушып бешекләйҙәр. Тимьян майы - ашҡаҙан-эсәк юлындағы паразиттарҙы кәметеү өсөн яҡшы сара.
Ҡәнәфер. Ғәҙәттә, уны тәмләткес итеп ҡулланабыҙ. Шулай уҡ ҡәнәферҙең бактерияларға, вирустарға, төрлө зарарлы бәшмәктәргә ҡаршы тороу үҙенсәлеге барлығын да белеү мөһим. Ҡәнәферҙән алынған эфир майы - паразиттарҙың йомортҡаларын да һәләк итә алыусы тәбиғи аҙыҡ.
Әрем. Микробтарға ҡаршы тороу көсөнә эйә үләнде ашҡаҙан-эсәк буйындағы ҡорттарҙан ҡотолоу өсөн файҙаланалар. Тик ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға уны ҡулланыу тыйыла.
Һарымһаҡ. Паразиттар менән көрәштә уға тиң сара юҡ. Ул хатта организмдан ауыр металдарҙы ла сығарырға һәләтле. Шулай уҡ ҡан эскес бөжәктәрҙе һарымһаҡтың еҫе бик ныҡ ҡурҡыта.
Имбир. Ул ауыртыныу барлыҡҡа килтергән бактериялар менән яҡшы көрәшә, елһенеүгә ҡаршы тора, тынысландырыу көсөнә эйә, иммунитетты күтәрә. Имбирҙы ҡорттарҙы бөтөрөү өсөн уңышлы ҡулланалар.
Мәғлүмәт интернет селтәренән алынды.