Һөлөк ярҙамында дауаланыу ғәжәйеп көскә эйә икәнлеге күптәргә таныштыр, моғайын. уның һеләгәйе ҡанды шыйығайта, холестиринды иретә, көслө антибиотиктар еңә алмаған микробтарҙы үлтерә, елһенеү, аллергияны бөтөрә. Заманса клиникаларҙа глаукома кеүек ҡаты ауырыу өйәнәген дә еңеләйтә икән. Күҙ баҫымынан интеккәндә, хатта пластик операция үткәргәндә, тирене күсереп ултыртҡанда ла яраны тиҙ бөтәштерә. Стенокардия өйәнәге менән яфаланыусыларға ла һөлөк ярҙам итә.Тромбофлебит булғанда шешенгән ҡан тамырҙарына һалғанда, ҡан тамырҙары елһенеүе кәмеүе күҙәтелә. Түбән ҡан баҫымы булғандарға һөлөк һалыу тыйыла. Бына шулай. Ә һеҙҙең ошондай ысул менән дауалнғанығыҙ бармы?
Фото интернеттан.