Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
16 Апрель 2025, 11:40

Сәсеү әйләнешен һаҡлағыҙ

Сәсеү әйләнешенең уңыш сифатына тәьҫир иткәнен һәр агроном белә. Тупраҡ ярлыланмаһын өсөн йыл да бер урынға бер төрлө йәшелсәне сәсеү кәрәкмәй. Мәҫәлән...

Сәсеү әйләнешен һаҡлағыҙСәсеү әйләнешен һаҡлағыҙ
Сәсеү әйләнешен һаҡлағыҙ

Мәҫәлән, картуфты ҡыяр, ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙән һуң сәсһәң, яҡшы уңыш алына. Шулай уҡ уны сөгөлдөр, кишер, һуған үҫкән түтәлдәргә ултыртырға мөмкин, ә помидорҙы борос, баклажан артынан сәсергә кәңәш ителмәй. Һарымһаҡ менән һуғанды картуф, ҡуҙаҡлылар, ҡыяр, кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, помидорҙан һуң үҫтерергә яраһа, борос, һарымһаҡты һуғандан һуң ултыртыу тыйыла. Помидор төҫлө кәбеҫтә, һуған, кишер, ҡыяр, сөгөлдөр, йәшел тәмләткестәрҙән һуң яҡшы уңыш бирә. Ә бына былтыр картуф сәскән ерҙә үҫтерергә ярамай. Ҡыяр, ҡабаҡ, патиссон, ташҡабаҡ кеүек йәшелсәләрҙе борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлылар, картуф, кәбеҫтә, помидор, һуғандан һуң сәсергә кәңәш ителә. Кишерҙе һуған, ҡыяр артынан сәсеү мул уңыш бирә, шулай уҡ редис, сөгөлдөр, кәбеҫтә артынан үҫтереү ҙә насар булмай.

Укроп, петрушка, салат, сельдерей, шпинат, базилик кеүек йәшел тәмләткестәр кәбеҫтә, ҡыяр, ҡуҙаҡлылар, картуф, һуған, помидор үҫкән түтәлдә яҡшы уңыш бирә. Баклажан кеүек йылы яҡ йәшелсәһен шалҡан, ҡыяр, ҡарбуҙ, ҡауын, борсаҡ, һуғандан һуң ултыртыу яҡшы, томат менән борос урынына ғына ярамай.

Был ҡыҙыҡлы

Һуған класына ҡараған үҫемлектәрҙең ниндәй генә төрө юҡ!

Суворов исемле (Альп тауҙарындағы данлыҡлы походында бөйөк полководец ошо үҫемлекте ашатып, һалдаттарҙы цинга ауырыуынан һаҡлап алып ҡалғанға шулай тип йөрөтәләр), декортив, шатун тигән төрө лә бар. Һуған менән һарымһаҡты һеркәләндереү юлы менән барлыҡҡа килгәненең йәшел массаһының тәме һарымһаҡтыҡына, төбө һуғандыҡына оҡшаған. Ул төрө бәлеш бешергәндә бик ҡулай.

 Урман-болонда иһә тиҙҙән оҫҡон өлгөрә. Яҙғы авитаминоз ваҡытында байтаҡ проблеманы хәл итә ошо ҡыяҡлылар.  

 

Сәсеү әйләнешен һаҡлағыҙ
Сәсеү әйләнешен һаҡлағыҙ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас