Суворов исемлеһе лә, декортив, шатун тигән төрө лә бар. Һуған менән һарымһаҡты һеркәләндереү юлы менән барлыҡҡа килгәненең йәшел массаһының тәме һарымһаҡтыҡына, төбө һуғандыҡына оҡшаған. Уныһы бәлеш бешергәндә бик ҡулай.
Урман-болонда иһә тиҙҙән оҫҡон өлгөрөр. Яҙғы авитаминоз ваҡытында байтаҡ проблеманы хәл итә ошо ҡыяҡлылар. Альп тауҙарындағы данлыҡлы походында бөйөк Суворов ошо үҫемлекте аса һәм һалдаттарҙы цинга ауырыуынан һаҡлап алып ҡала.
Ә һеҙ баҡсағыҙҙа индәй төрҙәрен үҫтерәһегеҙ? Ниндәй ризыҡ бешергәндә ҡулланаһығыҙ?