Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
20 Апрель 2025, 12:00

Ысын сәй эсәһеңме?

Уны дөрөҫ һайларға тырышығыҙ.

Ысын сәй эсәһеңме?Ысын сәй эсәһеңме?
Ысын сәй эсәһеңме?

Цейлон сәйе ҡабындағы ҡылыслы арыҫлан һүрәтендәге нөктәләр 17 булырға тейеш. Япраҡлы сәй һайлағанда, уның ҡайһы илдә етештерелгәненә иғтибар итергә кәрәк. Һиндостан, Шри-Ланка, Ҡытай, Грузия, Индонезия һәм Әзербайжан сәйҙе етештерә дә, экспортҡа ла сығара.

Африканың ҡайһы бер илдәре лә сәй етештереү менән шөғөлләнә. Краснодар крайында ла сәй етештерелә. Ә бына АҠШ, Голландия, Дания һәм Германия түбәнге юғары сифатлы Азия сәйҙәрен һатып алып, матур ҡапҡа тултырып, хаҡын арттырып һата.

Сәйҙең сифатын етештергән ил менән генә билдәләп булмай. Уның тышындағы яҙыуын уҡырға кәрәк.

Ысын Ҡытай сәйендә Made in China тигән яҙыуҙы тапмаҫһығыҙ. Унда сәй япрағы үҫтерелгән һәм эшкәртелгән провинция исеме яҙыла. Һиндостан сәйендә сәй тултырылған кәрзин күтәреп барған ҡыҙ төшөрөлә. Был – сифат билдәһе. Шулай уҡ ҡабына сәй япрағы йыйылған район күрһәтелә. Пакетлы сәйҙең сифатын тикшереү өсөн уны һалҡын һыуға һалығыҙ. Һыуға төҫө сыҡмаһа, сифаты яҡшы. Ҡара төҫкә инһә, буяғыс һалынған тигән һүҙ.

https://vk.com/dom_sad_recepty

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас