

Был үҫемлек эфир майына, гликозид, флавоноид, аскорбин кислотаһына, каротин һәм марганецҡа бай. Тамырынан әҙерләнгән дарыу пневмония, бронхит, йүтәлдән файҙалы. Баш ауыртҡанда, баш әйләнгәндә сәскәһен ҡайнар һыу һалып төнәтеп эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Авитаминоз ваҡытында япрағын салат итеп ашайҙар.
Дарыуҙар әҙерләү өсөн тәүге сәскә тамыры, япраҡтар, һабаҡтар һәм сәскәләр ҡулланыла. Тамырын көҙөн әҙерләйҙәр. Тәбиғи шарттарҙа йәки киптереү ҡоролмаһында түбән температурала киптерәләр. Япраҡтарын сәскә атҡансы ҡырҡып алалар. Тамыр кеүек үк шарттарҙа киптерелә. Сеймалды йоҡа ҡатлам менән йәйеү һәм әйләндереп тороу мөһим. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа япраҡтарҙы тиҙ генә электр киптереү ҡоролмаларында киптерергә кәңәш ителә, шулай итеп үҫемлек ҡиммәтле с витаминын юғалтмай. Сәскәләр нисек әҙерләнә? Сәскә атҡан осорҙа йыйыла. Киптереү өсөн ҡоро верандаларҙа һәм чердактарҙа, саф һауа менән урынлаштырыла.