Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
27 Апреля 2025, 09:00

Үлән аштары файҙалы

Рецептары ябай: 

Үлән аштары файҙалыҮлән аштары файҙалы
Үлән аштары файҙалы

Кеше һаулығы өсөн файҙалы аштарҙы балтырған, кесерткәндән бешерергә мөмкин. Бәпембә һәм ҡуҙғалаҡ турама әҙерләү өсөн ҡулланыла. Яҙғы миҙгелдә үҙемдең ғаиләмә, яҡындарыма бешереп ашатҡан аштарҙың рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәм.   

Балтырғандан аш

1-2 услам балтырғанға 1 йомортҡа, 1 баш һуған,  4-5 картуф, 1 стакан он, тәменсә тоҙ, тәм өсөн ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, картуф турап һалабыҙ. Балтырған, һуған, йәшел тәмләткестәрҙе алдан турап, әҙерләп ҡуябыҙ.

Бер йомортҡаға он ҡушып, ыумас ыуабыҙ. Картуф бешеп сығыр алдынан кәстрүлгә балтырғанды, туралған һуғанды, аҙлап ҡына ыуған ыумасты төшөрәбеҙ. Ашты бер туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк, бутамаһаң, ыумастың уҡмашып китеүе бар.

Балтырған ашын тәрилкәгә ҡойғас, ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр өҫтәргә онотмағыҙ. Уны ҡорот менән дә бирергә мөмкин.

 

Бәпембә турамаһы

Бәпембә япрағын йыуғас, әсе тәме бөтһөн өсөн ҡайнар һыу менән бешекләп алабыҙ. Туралған япраҡҡа тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек йәки зәйтүн майы ҡушабыҙ. Уға йомортҡа, йәшел һуған ҡушырға мөмкин.

 

Кесерткән ашы

1-2 ус кесерткәндең йәш япрағы, 4-5 картуф, 1 баш һуған, 1-2 бешкән йомортҡа, 1 кишер, тәменсә тоҙ, йәшел тәмләткестәр, ҡаймаҡ кәрәк.

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, туралған картуф, һуған һәм кишер ҡушабыҙ. Картуф бешеп сығыр алдынан кесерткән һалына.

Әҙер ашҡа эрерәк туралған 1-2 бешкән йомортҡа өҫтәгәс, йәшел тәмләткестәр һалып, ҡаймаҡ йәки ҡорот менән бирәбеҙ.

Ҡуҙғалаҡлы турама

Ҡуҙғалаҡ япраҡтарын эрерәк итеп турап, шәкәр, ҡаймаҡ һалып бутарға кәрәк.

Тураманы шулай уҡ ҡуҙғалаҡҡа тоҙ, борос һәм үҫемлек майы ҡушып та эшләйҙәр. Уға йомортҡа, йәшел һуған, әнис ҡушһаң да, тәмле  килеп сыға. Файҙалы үләндән төрлө бәлеш, бөйөрөктәр ҙә бешерәләр.

Һаулығығыҙ ныҡ, ашығыҙ тәмле булһын!

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас