Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
29 Апрель 2025, 09:28

Был иң тәмлеһе! Ысын-ысын.

Кәбеҫтә бәлеше бешерәйек әле тип һораһалар...

Кәбеҫтә бәлеше
7 г ҡоро сөпрә менән 100 г ондо 150 мл йылы һөткә һалып, бутарға һәм йылы урынға ҡуйып, ярты сәғәт күпертеп алырға. Аҙаҡ уға 1 йомортҡа, бүлмә температураһындағы 100 г аҡ май, 1 ҡалаҡ шәкәр, самалап тоҙ өҫтәп, туҡып алырға. 400 г он һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға ла, 1 – 1,5 сәғәт ҡабартырға ҡуйырға.
Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Бының өсөн 300 г кәбеҫтәне, 2-әр һуған менән кишерҙе ваҡлап турарға ла, үҫемлек майында 30 минут быҡтырырға кәрәк. Самалап тоҙ, борос, пакрика өҫтәргә. 3 йомортаны бешереп, ваҡлап турарға.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр әҙерләргә. Майланған табаға береһен йәйеп, тәүҙә – быҡтырылған йәшелсәләрҙе, өҫтөнә туралған йомортҡаны һалып, тигеҙләргә. Икенсе йәймә менән өҫтөн ҡаплап, ситтәрен йәбештереп сығырға. Бәлештең өҫтө алһыуланып торһон өсөн 1 йомотҡа һарыһын туҡып, һыларға кәрәк.
180 градуслы мейестә 35 – 40 минут тирәһе бешереп алырға. Ныҡ тәмле килеп сыға!

Был иң тәмлеһе! Ысын-ысын.
Был иң тәмлеһе! Ысын-ысын.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас