Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ваҡ итеп туралған картуф һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ, үҙегеҙгә оҡшағанса турайбыҙ. Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа яйлап ҡына һалабыҙ, болғатып торабыҙ, әтеү уҡмаша. Тәменсә тоҙ ҙа өҫтәргә. Уныһын инде һәр кем үҙенсә эшләй – кемдер баштан уҡ һала, кемдер иң аҙаҡтан өҫтәй. Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон. Ашар алдынан шыйыҡҡына ҡаймаҡ һалып бутарға. Ммм, тәмлелеге!