

Был тәмле эсемлек эсәктәге бөтә зарарлы нәмәләрҙе сығара. Улай ғына ла түгел, артыҡ ауырлыҡты кәметә, холестерин кимәлен төшөрә, организмдың дөйөм торошон яҡшырта.
Уның өсөн бер ай дауамында иртәнсәк ас ҡарынға 100 мл кефирға 1-2 аш ҡалағы етен оно һалып эсегеҙ. Иртән эсә алмаһағыҙ, кисен эсергә лә мөмкин. Етен оно булмаһа, орлоғон ваҡлап алырға була.