Яҙғыһын баҡсала, туғайҙа ул беренселәрҙән булып баш ҡалҡыта. Мин, мәҫәлән бәлеш, пирожки бешерергә яратам. Берәүҙәр уны ашҡа өҫтәй, икенселәр йәшел салаттарға турай, күптәр ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуя. Әскелтем тәмле, ҡуҙғалаҡты әйтәм, быйыл унан нимә әҙерләнегеҙ? Ҡамыры ла ябай, ауылса, бешереүелә тиҙ.
Ҡамыр өсөн кәрәк:
Сама менән он, кефир йәки ойоған һөт, тоҙ, сода и бөттө. Ҡамыры ныҡ ҡаты үтә шыйыҡ та булмаһын. Ҡуҙғалаҡты йыуғандан һуң һыуын һарҡытырға кәрәк, юғиһә эслек былай ҙа шыйығыраҡ. Турап, ауыл ҡаймағы, шәкәр ҡомо бутағас, тиҙ генә пирожки эшләп, майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ.
Тәмлелегеееее... Мәлендә һыйланып алайыҡ!