

Маринад өсөн 700 гр һуған, 0,5 аш ҡалағы хмели-сунели тәмләткесе, тәменсә тоҙ, борос, 700 мл артыҡ майлы булмаған кефир кәрәк буласаҡ. Һуғанды ваҡлап турап, тәрән һауытҡа һалабыҙ һәм бер ни тиклем иҙәбеҙ. Уның һуты бүленеп сығырға тейеш. Шуға тәмләткестәр һалып бутайбыҙ һәм итте һалып, тағы бер ҡат яҡшы итеп бутайбыҙ. Ит өҫтөнә кефир ағыҙабыҙ. Һауытты ҡаплап, һелкетәбеҙ. Маринад итте ҡапларға тейеш.
https://vk.com/dom_sad_recepty
Автор фотоһы.