

Уның файҙалы үҙенсәлектәре бик күп.
Сәскәләре һәм япрағынан төнәтмә эшләргә мөмкин. Улар С витаминына, каротинға (А провитамины, күҙ күреүен яҡшырта), эфир майҙарына һәм гликозидтарға бай.
Примуланың сәскәләре һәм япраҡтары ашарға яраҡлы, Европаның ҡайһы бер илдәрендә улар деликатес һанала һәм витаминлы ризыҡтарға өҫтәлә. Ҡоро япраҡтары витамин етмәгәндә ҡулланыла.
Яҙын организм таҙарғанда, һалҡын тейеүҙән һәм йүткереүҙән ярҙам итә. Ул вирусҡа ҡаршы тәьҫир итә, иммунитетты нығыта, температураны төшөрә.