Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
15 Май 2025, 07:47

Һеҙ шуны нисегерәк ҡайнатаһығыҙ? Килеп сығамы?

Элек, тәмлекәс булмағанда, эй ҡайната инек шәкәрҙе. Ваҡыты-ваҡыты менән үҙемде иркәләтеп алам ҡайһы ваҡыт.

Һеҙ шуны нисегерәк ҡайнатаһығыҙ? Килеп сығамы?Һеҙ шуны нисегерәк ҡайнатаһығыҙ? Килеп сығамы?
Һеҙ шуны нисегерәк ҡайнатаһығыҙ? Килеп сығамы?

Еңел генә ул. 1 стакан шәкәр ҡомон ҡалын төплө кәстрүлдә ҡыҙарғансы иретергә һәм шуға 2 стакан һөт, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ (ҡаймаҡ булмаһа һыйыр майы ла ярай), 5 стакан шәкәр ҡомо һалаһың. Һөт һалғас теге ҡыҙарған шәкәр ҡатып китәсәк, уның өсөн ҡурҡырға түгел, ут өҫтөндә болғата башлағас, ул әкрен генә ирей. Бына шул иреп бөткәс, тағы 20 минут ҡайнатаһың, һүндергәндән һуң бер аҙ һүрелә төшкәс, майлы табаға бушатаһың.

Ҡатыла түгел бик тәмле, ауыҙҙа ыуалып торған тәмлекәс килеп сыға. Коровка кәнфитенән бер кәм түгел.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас