Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
18 Май 2025, 04:56

Үҙең булып ҡал!

һәр кемдең үҙ юлы, үҙ тормошо бар. Китаптағы ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә кәрәк түгел - тормошта барыһы ла төрлөсә. Китаптағы кәңәштәр ярҙам итәме, әллә үҙ тәжрибәңә таяныу яҡшыраҡмы?

Үҙең булып ҡал!Үҙең булып ҡал!
Үҙең булып ҡал!

Кешегә көсләшеп тағылма! Бер ҡыуғандар икән, кит. Үҙ баһаңды бел.
Аҡса тип донъяңды онотоп сапма! Бай булһаң да, ярлы булһаң да бөтәбеҙ бер ерҙә осрашасаҡбыҙ.
Иҫеңдә тот! Атай - әсәй һәм яҡын туғандарҙы ғына нисек бар, шулай ҡабул итәбеҙ һәм яратабыҙ. Башҡа кемделер күңелең ҡабул итмәй икән, уға ғүмереңде әрәм итмә.
"Юҡ" тип әйтергә өйрәнеү мотлаҡ! Кешенең елкәгә йәһәт кенә менеп ҡунаҡлай торған ғәжәп бер холҡо бар.
Ебәр! Иҫтәлектәр һәм үкенестәр менән алға атлау ауыр. Булған - бөткән, тарихта ҡалған.
 Һәр кемдең һүҙенә ышанма! Тел һөйәкһеҙ. Кешенең дә төрлөһө була. Ҡайһы берәүҙәр үҙ файҙаһына ғына ауыҙын аса. Үҙ күҙҙәрең менән күргәнгә генә ышан. Ҡолаҡтар ҙа ҡай саҡ яңылыш ишетеп ҡуя.
Уйла! Һөйләр алдынан уйла. Күп һөйләгән кеше арыта һәм тиҙ ялҡыта. Юҡ - бар һөйләгәнсе, өндәшмәү яҡшыраҡ.
 Кемгәлер йәнен көйһә, ашыҡма! 24 сәғәт көт тә унан яуап бирерһең. Ул арала тормош та үҙгәреп китеүе ихтимал. Асыу ҙа һүнә.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас