Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
21 Май 2025, 01:50

Бушҡа ғына әйтмәгәндәр инде...

Йортта һыҙғырма, ярамай. Ултырғыста аяғыңды бәүелтеп ултырма...

Бушҡа ғына әйтмәгәндәр инде...Бушҡа ғына әйтмәгәндәр инде...
Бушҡа ғына әйтмәгәндәр инде...

Эйәгеңә таянма.

Бал ҡашыҡтан сәй эсмә, ирең ваҡсыл булыр.

Торғас та урыныңды йыйыштыр, шайтандар эйәләшмәһҽн.

 Кисен иҙән һепермә, аҡсаң булмаҫ.

 Ашап бөткәс һауыт-һабаңды йыуып, өҫтәлеңде һөрт, йыумаған һауыт өҫтөндә фәрештә ҡанат ҡағып арып ҡасыр.

 Баш кейемен элеп ҡуй, ултырғысҡа йәки һикегә ташлап китһәң – ҡаты яза көтә.

 Баш кҽйемен аяҡ аҫтында йөрөтмә, иҙәнгә ташлама – дәрәжәң түбән булыр.

 Мунсала битеңде бисмилла әйтеп өс тапҡыр һабынлап йыуһаң, кеше күҙенә мөхәббәтле күренерһең.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас