Пекин кәбеҫтәһе япраҡтарында «лизин» тип исемләнгән аминокислоталар бар. Был аминокислота ҡан күҙәнәктәренең, шул иҫәптән эритроциттар, лейкоциттар һәм тромбоциттар барлыҡҡа килеү, үҫеү һәм өлгөрөү процессында ҡатнаша, иммунитет формалашыуға туранан-тура йоғонто яһай. Шулай уҡ пекин кәбеҫтәһе япраҡтарында лактуцин табылған. Ул матдәләр алмашыныуына ыңғай тәьҫир итә, шулай уҡ ҡан баҫымын көйләй, ҡан тамырҙарын һәм тышсаһын нығыта.
Пекин кәбеҫтәһе, составында лимон кислотаһы булыу сәбәпле, организмда олоғайыу процесстарын аҡрынайта һәм тән тиреһен һығылмалы итә.
https://vk.com/dom_sad_recepty