

Барлыҡ гаджеттарыңды һүндер ҙә, үҙ-үҙең йәки яҡын кешеләрең менән ҡал.
Тирә-яғыңа ҡара. Тәбиғәт матурлығын, эргәңдәге кешеләрҙең яҡшы яғын күр, ҡояштың сыҡҡанын йәки байығанын күҙәт. Тирә-яғыңа ҡарап, тормошоңда булған һәр нәмә өсөн рәхмәт әйт. Был һине бер нисә секунд эсендә бәхетлерәк итәсәк.
Һыуҙы тейешле күләмдә эс. Был һыу балансын тергеҙергә, ауырлыҡты нормаға килтерергә, бөйөрҙәрҙе таҙартырға һәм тиреңдең матурлығын һаҡларға ярҙам итә.
Рәхмәтле бул. Бәхетле кешеләрҙең бер уртаҡ һыҙаты бар: улар тормоштарындағы бөтә яҡшы нәмә өсөн рәхмәтле.
Көн һайын бәхетле булыу өсөн берәй сәбәп табып тор!