Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
28 Май 2025, 17:05

Теләнән ҡотолор өсөн

Кәңәш түбәндә: 

Теләнән ҡотолор өсөнТеләнән ҡотолор өсөн
Теләнән ҡотолор өсөн

Ҡара телә йәй буйына 10 тапкырҙан артыҡ 50-шәр йомортҡа һала. Ылыҫлы ағастан башҡа бөтә үҫентене йонсота. Ҡыярҙың аҫҡы япраҡтарында булмай. Өҫтәге йәшерәк, йомшаҡтарын баҫып ала. Япраҡ һутын эсеп, унда йәбешкәк һут ҡалдыра. Япраҡ шиңә, һарғая, сәскәһе ҡойола. Сәскә, ҡыяры булмағанда, химик препарат ҡулланһағыҙ була - Инта-Вир, Аҡтара, Танрек. Унан инде биопрепараттар - Фитоверм, Бактофит, Стрела, Эндокрин, Акчурин 48 сәғәттә бөтөрә. Уны 3 мәртәбә ҡабатларға кәрәк. Халыҡ ысулын да ҡулланып ҡараһағыҙ була. 1 ҡалаҡ 9% лы аш һеркәһен 1 литр һыуға ҡушып һиптерергә була. 2 литр һыуға 60 гр сәй содаһы һәм 18 тамсы эфир майы (лаванда, кедр майы) тамыҙырға ла, 3 көнгә 1 мәртәбә, бер 3 көн рәттән телә юҡҡа сыҡҡансы һибергә кәрәк. Кер һабынын иретеп һыуға ҡушып һиптерһәгеҙ ҙә була. 

"Йорт. Бакча. Рецептлар" төркөмөнән алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас