

Булдыра алған кеше хәҙер кәзә аҫрарға, кәзә һөтө эсергә йәки һатып алырға тырыша. Файҙаһы нимәлә һуң?
✔️Кәзә һөтөндә тимер һыйырҙыҡынан 1,5 тапҡырға күберәк, ул өс тапҡыр еңелерәк үҙләштерелә.
✔️Һөйәк һынғандан һуң, кәзә һөтө һөйәк туҡымаларының тиҙерәк ялғаныуына ярҙам итә.
✔️Аллергияһы булғандар кәзә һөтөн ҡурҡмай эсә ала. Унда аллергия килтереп сығарыусы альфа-1s-казеин матдәһе юҡ, шулай уҡ уны лактоза ҡабул итә алмаусылар ла эсә ала.
✔️Кәзә һөтө аҡһымын организм тулыһынса үҙләштерә.
✔️Кәзә һөтө ашҡаҙан һуты әселеген нейтралләштерә. Ашҡаҙан, ун икеле эсәк йәрәхәте киҫкенләшкәндә файҙалы.
✔️Псориаз борсоғанда, кәзә һөтөн талғын утта 2-5 минут ҡайнаталар. Унан икенсе һауытҡа бушаталар. Кәстрүл ситенә йәбешеп ҡалған элпәне зарарланған урындарға һөртөргә була.
✔️Кәзә һөтөндә йөрәк ритмын яйға һалырға ярҙам итеүсе калий күп.
(Г.Аҙнағолова)
Сығанаҡ: "Буа кызлары" төркөмө.
Фото архивтан.