

Кесерткән менән ашлауҙы күп культура ярата. Йәшелсәләрҙән: помидор, ҡыяр, кәбеҫтә, баллы борос өсөн кесерткән әсеткеһе әҙерләргә була. Унда азот, калий, кальций, магний, бөтә микроэлемент бар.
Пластик мискәнең яртыһына ваҡланған кесерткән (бәпембә лә өҫтәргә мөмкин) һалырға. Вағыраҡ тураған һайын әсетке тиҙерәк әҙер була. Өҫтөнә бик үк тулып етмәҫлек итеп йылы һыу ағыҙығыҙ. Көнгә бер нисә тапҡыр болғатығыҙ. Ул иң элек күбекләнә, насар еҫ сыға, унан газ барлыҡҡа килеү кәмей, был - өлгөрөү билдәһе.
Температураға ҡарап, әсетке 5-10 көндә өлгөрә. 10 л һыуға 1 л иҫәбенән әсетке ҡушып үҫентеләргә һибергә була. Үлән әсеткеһе һуған, һарымһаҡ, тамыраҙыҡтар, борсаҡ, башҡа ҡуҙаҡлы культураларга тура килмәй. Азот күп инеүҙән улар ҡотороп үҫәсәк, ә уңышы кәмейәсәк.
Сығанаҡ: Йорт. Бакча. Рецептлар.
Автор фотоһы.