Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
8 Июнь 2025, 11:00

Файҙалы кәңәштәр

Һәр кемгә көн дә кәрәкле мәғлүмәт. Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ.

Плитәләге тутты ҡайнар үҫемлек майы менән ышҡып бөтөрөп була.

Өҫтәлдәге клеенка ябыуы ҡырҡылһа, шул урынға ике яҡтан да төҫһөҙ лак (тырнаҡ буяуы) һөртөгөҙ - зарарланған урын беленмәҫ тә.

Яңы өҫтәл клеенка ябыуын һөт һәм уксус ҡатнашмаһы менән (тигеҙ күләмдә алына) һөртөп алыу уны ярылыуҙан һәм тиҙ уңыуҙан һаҡлай.

Сырҙы  ҡырыр алдынан ҡырғысты үҫемлек майы менән ышҡығыҙ  - сыр уҡмашмай еңел ҡырылыр.

Ҡырғысты наждак ҡағыҙы менән ышҡып алғанда ул үткерләнеп китә.

Һарымһаҡты ҡырған ваҡытта ҡулды яраламаҫ өсөн ҡырғыс өҫтөнә целлофан һалырға мөмкин. Ошолай иткәндә һарымһаҡ ҡырғыстың тишектәрендә юғалып ҡалмау өсөн дә яҡшы буласаҡ.

Аш бүлмәһендә насар еҫ сыҡһа, табала (һүлпән утҡа) саҡ ҡына уксус ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Ул осоп бөткәнсе тотоғоҙ һәм еҫтән бер ни ҡалмаҫ.

Плитәләге майлы тапты тоҙ ярҙамында бөтөрөргә мөмкин. Бының өсөн эҫе плитәгә тоҙ һалып, ҡағыҙ менән ышҡығыҙ. Ә кипкән тапты тәүҙә аш содаһы менән ышҡып, аҙағынан нашатыр спирты менән һөртөп, уңышлы таҙартып була.

 

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас