

Һыуытҡыстан алынған 3 йомортҡа ағын һарыһынан айырабыҙ, ағына 30 гр шәкәр ҡомо һалып күпертәбеҙ миксер менән, һарыһына 30 гр шәкәр ҡомо һалып күпертәбеҙ, ике массаны бергә ҡушып болғатабыҙ. Шуға 50 гр он өҫтәп бутайбыҙ. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, ҡамырҙы кем нисек теләй шулай һалып, бешерергә ҡуябыҙ. Өҫтөнә шәкәр ҡомо пудраһы һибәбеҙ.Мин кондитер ҡапсығына һалып, насадка менән эшләнем.
Мәрйәм Миңнеғолова.