Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
12 Июнь 2025, 08:00

Дуҫтың дуҫы була. Серҙе кемгә һөйләргә?

Күңел төбөндәге серегеҙҙе кемгә сисәһегеҙ?  "Мин уны бер кемгә лә һөйләмәйем" тигәндәргә ышанаһығыҙмы? 

Һөйләй күрмә серҙәреңде
Ҡайғы күрмәгәндәргә
Йөрәктәрен битарафлыҡ
Ауы йүрмәгәндәргә.
Аңламаҫ улар хәлеңде
Бары һүҙ йөрөтөрҙәр.
Былай ҙа ауыр яраңды
Тағы тәрәнәйтерҙәр,.
,, Дуҫым " тиеп серең сисмә,
Дуҫтың да дуҫы була.
Ана шулай серең менән
Тиҙҙән бар донъя тула.
Һөйлә ҡайғыңды елдәргә
Ағым һыуҙарға һөйлә.
Күңелең бушанып ҡалыр
Улар сер һаҡлай белә...

Сәфинә Әхмәтова

Дуҫтың дуҫы була. Серҙе кемгә һөйләргә?
Дуҫтың дуҫы була. Серҙе кемгә һөйләргә?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас