Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
13 Июнь 2025, 11:00

Ошондай саҡта бына нимә ярҙам итә. Ҡуллан ғына!

Хәлһеҙләнеп ҡалдыңмы? Был төнәтмәләр һинең өсөн...

Ошондай саҡта бына нимә ярҙам итә. Ҡуллан ғына!Ошондай саҡта бына нимә ярҙам итә. Ҡуллан ғына!
Ошондай саҡта бына нимә ярҙам итә. Ҡуллан ғына!
1. Эмалле кәстрүлгә 3 өрөк, 5 ҡара емеш, 3 инжиp, 1 аш ҡалағы йөҙөм, 2 алма, 2 киҫәк лимoн һалығыҙ ҙа, өҫтөнә сығырлыҡ итеп һыу ҡойоғоҙ. һүрән утта 5-10 минут ҡайнатығыҙ. Унан иртәнге аш урынына ашағыҙ.

2. Бойҙай, һоло һәм арпаны бер тигеҙ кимәлдә алығыҙ һәм ҡушып болғатығыҙ. Унан был ҡатнашманы ҡәһеүә онтағыста (кoфeмoлка) үткәрегеҙ. Был онтаҡты 1 аш ҡалағы алып бер стакан йылы һыу менән иҙегеҙ һәм 2 сәғәт төнәтегеҙ. Аҙаҡ һөҙөп, баллап эсегеҙ. Был төнәтмә аҙ ҡанлылыҡтан һәм хәл бөтөүҙән ярҙам итер.

3. Бер лимонды ҡайнап ултырған һыуға 1-2 минутҡа төшөрөп тороғоҙ ҙа алығыҙ. Унан ит турағыс аша үткәреп, тоҙланмаған аҡ майға һалып болғатығыҙ. Шулай уҡ 1-2 аш ҡалағы бал ҡушып яҡшылап болғатығыҙ. Был майҙы сәй эскәндә ҡулланырға була.
 
Һау-сәләмәт булығыҙ!

 

Автор:
Читайте нас