

* ЙӘШ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ - ашар алдынан һыу эс.
* ҺАУ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ - бал ҡорто тот.
* ЙӘШ ҺӘМ ДӘРТЛЕ БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ - әлморон төнәтмәһен эс.
* Мүк еләге (клюква) - ЦИСТИТТЫ, торма (редька) - ҠОҪҠАНДЫ ҺӘМ БРОНХИТТЫ ДАУАЛАЙ.
* БАШ АУЫРТЫУҒА - балан, ә ҺАЛҠЫН ТЕЙЕҮГӘ -ҡурай еләге япрағы менән сәй.
* ЭСЕҢДӘ ТАШ БУЛМАҺЫН ТИҺӘҢ - ҡыҙыл сөгөлдөр һутын йышыраҡ эс.
* Бауырҙы - миләш менән, йөрәгеңде - миндаль һәм калина менән дауала.
* Көс күберәк булһын өсөн, андыҙҙы онотма.
* Һуттар эс, ашаған ризыҡты алмаштырып тор - һау-сәләмәт булырһың.
"Һандығым-байлығым" төркөмө