Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
16 Июнь 2025, 10:00

Йогуртты өйҙә әҙерләп ҡарайыҡ!

Телеңде йоторлоҡ ҡына

Йогуртты өйҙә әҙерләп ҡарайыҡ!Йогуртты өйҙә әҙерләп ҡарайыҡ!
Йогуртты өйҙә әҙерләп ҡарайыҡ!

Хәҙер магазиндарҙа йогурттың төрлөһө һатыла. Тик уның сифаты ниндәй булыуы ғына шикле. Ә бына өйҙә әҙерләнгән йогурт тәмле лә, файҙалы ла була.

Ҡайһы бер хужабикәләр йогурт яһау өсөн оҙаҡ һаҡлана торған стерилләштерелгән һөт ҡуллана. Бындай һөт юғары температурала эшкәртелә, шуға ла унда бактериялар, микробтар ҡалмай. Яңы һауған ауыл һөтөнән әҙерләнгән йогурт иһә айырыуса тәмле һәм ҡуйы була.

Башта барлыҡ һауыттарҙы: йогурт яһау өсөн банкаларҙы, ҡалаҡты, һөт ҡайната торған кәстрүлде яҡшылап йыуып, өҫтәренә ҡайнар һыу ҡойоп сайҡатабыҙ. Һөттө кәстрүлгә һалып, 37-42 градусҡа тиклем йылытабыҙ һәм әсетке ҡушып болғатабыҙ. Йогурт әсеткеһен магазиндан, йә иһә аптеканан һатып алырға була. Хәҙер уларҙың төрлөһө бар. Яҡшылап болғатылған һөттө банкаларға һалып, 8-12 сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ. Был ваҡыт эсендә банкаларҙы ҡуҙғатырға ярамай, һелкетһәгеҙ, йогурт килеп сыкмай.

Ойоған йогуртты 2-3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Дөрөҫ яһалған йогурт бик куйы булырға тейеш, хатта банканы әйләндергәндә лә ул түгелмәй. Өҫтө шыма, ялтырап тора. Тәме бер аҙ ғына әскелтем, үҙе йомшаҡ.

Үҙең эшләгән йогуртта микрофлораны яҡшырта торған файҙалы микроорганизмдар һаҡлана. Ул айырыуса балалар һәм өлкәндәр өсөн бик кәрәк, ашҡаҙан-эшкәртеү системаһын яйға һала.

Бындай йогуртҡа бал, ҡайнатма, мюсли, еләк-емеш ҡушып ебәрһәң, телеңде йоторлоҡ була!

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас