1- се рецепт: 2,5 кг абрикос, 2 әфлисун, 2 лимон, 2 кг шәкәр ҡомо кәрәк.
Әфлисун белэн лимондың ҡабығын әрсергә, әрсемәһәң, 5-10 минут ҡайнар һыуҙа тоторға. Төштәрен алырға һәм барыһын да иттартҡыстан сығарырға, шәкәр ҡомо һалып болғатырға. Шәкәре иреп бөткәс, һауыттарға һалып, һыуытҡыстың туңдырыу бүлегенә ҡуйырға. 0,5 литрлы банка менән 9 банка ҡайнатма сыға. Шәкәрен тәменә ҡарап та һалырға була.
2-се рецепт: 1 кг абрикос, 1 кг шәкәр ҡомо, 150 гр әстерхан сәтләүеге, 250 гр һыу. Абрикостың төшөн алырға. 5-10 минутҡа сәтләүекте ҡайнар һыуға һалып торорға. Шәкәргә һыу ҡушып ҡайнатырға, ҡайнап сыҡҡас, тағы 5 минут ҡайнатырға ла абрикосты һәм сәтләүекте һалырға. Сәтләүек һалғас, болғатмаҫҡа. Ҡайнап сыҡҡас, 5 минут ҡайнатырға, һыуытырға тағы ла 5 минут ҡайнатып һыуытырға һәм тағы бер тапҡыр 5 минут ҡайнатҡас, эҫе килеш банкаларға тултырып ҡуйырға. 0,5 литрлы банка менән 3 банка ҡайнатма сыға.
"Йорт.Бакча.Рецептлар".