Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
21 Июнь 2025, 10:05

Һоло кеүәҫе әҙерләгеҙ

Йәйге эҫелә ҡоро сүпрәле (пакмай ише) кеүәҫ эскәнсе, тип, һоло менән эшләп ҡарарға булдыҡ.

Һоло кеүәҫе әҙерләгеҙҺоло кеүәҫе әҙерләгеҙ
Һоло кеүәҫе әҙерләгеҙ

Йәйге эҫелә ҡоро сүпрәле (пакмай ише) кеүәҫ эскәнсе, тип, һоло менән эшләп ҡарарға булдыҡ. Файҙалы ла, ябай ҙа, арзан да. Интернетта бик күп төрлө рецепт менән видеолар бар. Әммә ошо ысул менән эшләнгәнен бик тәмле лә, тиҙ ҙә тип таптыҡ.


3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Әҙер эсемлекте һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Бындай кеүәҫте эсеүгә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа ҡулланырға була.
Тәү сиратта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу мәлендә организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә "тиҙ ярҙам".
Әҙер һоло кеҫәлен көнө буйына теләгәнсә эсергә мөмкин. Ул эскә шифа булып төшә: организмды йылдар буйы йыйылған зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Йыш ашағанда дөйөм хәлде яҡшырта, кәйефте күтәрә, сыҙамлылыҡты арттыра, ғөмүмән, сәләмәтлекте нығытырға булышлыҡ ҡыла.
Бынан тыш, һоло кеҫәле яраларҙы бөтәштереү, холестеринды кәметеү, үт бүленеүҙе, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген яйға һалыу, май, матдәләр алмашыныуын көйләү, ашҡаҙан ауыртыуын бер ни тиклем баҫыу, тирене шымартыу, шешенеүҙе булдырмау, иммунитетты нығытыу, күреүҙе яҡшыртыу үҙенсәлектәренә лә эйә икәнлеген интернет мәғлүмәтенән белдем.
Бер ыңғайҙан 5-6 банка ултыртырға кәрәк. Тиҙ бөтә әтеү. Ныҡ тәмле була.

"Зөһрә йондоҙ" төркөмөнән алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас