

Ҡара ҡарағаттан тәмле желе:
2 кг ҡарағат
2 апельсин
4 кг шәкәр ҡомо.
2 кг ҡарағатты, 2 апельсинды йыуып ит тартҡыстан үткәрергә. Әҙер массага 4 килограмм шәкәр һалып, ирегәнсе болғатырға. Шәкәр иреп бөтһә масса үҙенән-үҙе ҡуйыра, желеға әйләнә. Был ысул менән яһалған ҡара ҡарағаттың бөтә витаминдары үҙендә һаҡлана. Банканы һыу парында тотоп, тултырырға. Бик тәмле, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡарағыҙ!.