Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
5 Июль 2025, 04:00

Бына был исмаһам ҡабара!

             

Мамыҡ кеүек ҡамыр рецепты! Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә бара!.
 
1 стакан кефир
0.5 стакан көнбағыш майы
1 пакет (11г.) ҡоро сүпрә
1 сәй ҡалағы тоҙ
1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
3 самалап он
 
Әҙерләү:
 
Кефирға көнбағыш майын ҡушып әҙерәк йылытабыҙ, тоҙ менән шәкәр өҫтәйбеҙ, иләнгән ондо сүпрә менән бутайбыҙ, ондоң өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ябып 30 минутҡа йылыға ҡуябыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡансы эсенә һалырға эслек әҙерләйбеҙ.
 
Майлы табаға бөйөрөктәрҙе йәбештерелгән яғы м-н аҫҡа ҡаратып теҙеп сығабыҙ. Мейес йылығансы 10 минуттай ҡабартҡандан һуң, өҫтөнә йомортҡа һөртөп сығабыҙ.
 
Ҡыҙартып ҡына бешереп алабыҙ.
 
Был ҡамырҙан йәнегеҙ теләгәнен бешерергә була: пицца, бөйөрөк, булочкалар.
Ҡамыр һәр ваҡыт уңып сыға.
Каникулдағы балаларға тәмлекәс әҙерләргә шәп!
Фото Интернеттан.

 

Бына был исмаһам ҡабара!
Бына был исмаһам ҡабара!
Автор:
Читайте нас