

1. 1 кг ҡурай еләген йыуып, таҙартып алырға.
2. Ҡәҙимге кәстрүлгә 1 стакан һыу ҡойоп, еләкте һалырға.
3. 1 кг шәкәр ҡомо өҫтәргә.
4. Ҡайнап сыҡҡас, күбеген алып, 6-10 минут ҡайнатырға.
5. Әҙер булыр алдынан 2 г лимон кислотаһы өҫтәргә, болғатырға.
6. Эҫе көйөнсә стериль банкаларға һалып, ябып ҡуйырға.
Тәмле булһын!