Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
7 Июль 2025, 12:24

Нимә тип уйлайһығыҙ?

Сәсте үҫтерә, кейемде ағарта.

Нимә тип уйлайһығыҙ?Нимә тип уйлайһығыҙ?
Нимә тип уйлайһығыҙ?

Ябай аспирин ул

Аспиринды хужабикәләр бит тиреһен йәшәртеү өсөн дә ҡуллана. Ул битте һытҡы, пигмент таптарынан таҙарта, йыйырсыҡты бөтөрә,  тиреләге ҡан әйләнешен яҡшырта.

Унан иң йыш ҡулланыла торған битлек яһайҙар: дүрт төймә дарыуҙы  бер аш ҡалағы йылы һыуҙа иретеп, бер сәй ҡалағы шыйыҡ бал ҡушырға. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы биткә һылап, ике минут ышҡығас, ун биш минутҡа ҡалдырырға. Һуңынан йылы һыу менән йыуабыҙ.

Аспирин сәсте үҫтерә, ҡыуаҡтан ҡотолорға ярҙам итә. Бының өсөн  аспирин төймәләрен шампунь һауытына иҙеп һалырға.

Вазалағы сәскәләрҙе оҙаҡ һаҡларға ярҙам итә. Ни бары бер литр һыуға ике-өс төймә аспирин өҫтәргә.

 Аспирин һыуҙы нейтралләштерә,  таҙарта. Оҙаҡ һаҡланһын тиһәгеҙ, уға аспирин ҡушырға.

Кейемдәге таптарҙы ла бына тигән таҙарта.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас